АҠСУРИН Ренат Сөләймән улы
АҠСУРИН Ренат Сөләймән улы (2.4.1946, Әндижан ҡ.), кардиохирург. Рәсәй мед. ФА (1997) һәм РФА (2011) акад., БР ФА‑ның (1998) һәм ТР ФА‑ның (1999) почётлы академигы. Мед. ф. д‑ры (1985), проф. (1991). И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлаған (1971). 1975 й. алып Бөтә союз хирургия ғилми үҙәгендә эшләй, 1984 й. — Рәсәй кардиология ғилми-производство комплексы Клиник кардиология ин‑тының (икеһе лә — Мәскәү) бүлек етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре бармаҡһыҙ ҡул суғының эксперименталь һәм клиник хирургияһы, пластик һәм реконструктив хирургия, ашығыс травматология, үпкә һәм йөрәк трансплантацияһы, кардиомиопластика, бөйөр артерияларына һәм аяҡ тамырҙарына микротамыр операциялары яһау проблемаларына арналған. А. коронар артерияларға реконструктив операциялар яһау методикаһын эшләй, тамырҙар микрохирургияһы, бармаҡтар һәм ҡул суғын реплантациялау, коронар хирургия өсөн инструменттар йыйылмаһы яһай. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. М.ДеБейки ис. Халыҡ-ара хирургия йәмғиәте президенты (2004 й. алып). СССР‑ҙың (1982) һәм РФ‑тың (2001), РФ Хөкүмәтенең (2004) Дәүләт пр. лауреаты. Почёт орд. (1996), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Электронная монополярная желудочковая стимуляция сердца. Диагностика осложнений. Практические рекомендации. М., 1997 (авторҙ.); Актуальные проблемы коронарной хирургии. М., 2004 (авторҙ.).
Р.Ш.Мағазов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина