Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич

Просмотров: 954

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич (27.5.1931, Тверь өлкәһе Русанов а. — 3.1.2001, Санкт‑Петербург ҡ.), кардиолог. Рәсәй медицина ФА академигы (1995), БР ФА-ның почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). 1‑се Ленинград медицина институтын тамамлаған (1954), 1971—97 йй. шунда уҡ факультет терапияһы кафедраһы мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта 1980 й. алып РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Санкт‑Петербург кардиология ҒТИ директоры, Санкт‑Петербург ҡ. баш кардиологы. Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәк хәлһеҙлеген өйрәнеүгә арналған. А. тарафынан гипертония ауырыуы көсәйгәндә барорефлектор боҙолоуҙарҙың роле билдәләнгән, йөрәктең ишемия ауырыуы ваҡытында йөрәк хәлһеҙлеге көсәйеү механизмы өйрәнелгән. Г.Ф.Ланг исемендәге Санкт‑Петербург кардиология йәмғиәте рәйесе (1982), Санкт‑Петербург ҡ. Антигипертензия лигаһы президенты (1996). СССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1986). Санкт‑Петербург ҡ. А. исеме менән РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығының Милли медицина тикшеренеү үҙәге аталған (2002).

 Х е ҙ м.: Лейкопения. Л., 1981; Родоначальные кроветворные клетки человека. СПб., 1995; Антигипертензивные препараты. СПб., 1997.

Р.Ш.Мағазов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023
Шәхестәр:
0