Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНЕМИЯ, аҙ ҡанлылыҡ

Просмотров: 873

АНЕМИЯ (гр. an- — кире приставка һәм haima — ҡан), аҙ ҡанлылыҡ, ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм (йәки) эритроциттарҙың кәмеүе. Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимеретешмәгәндә), фолий ҡытлығы (B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа генетик боҙолоу булғанда) һәм тормошта барлыҡҡа килгән (эритроциттарҙың бөтөүенә булышлыҡ итеүсе ҡайһы бер дарыу препараттары һәм химик матдәләр тәьҫире булғанда) һ.б. А. айыралар. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары: тиҙ арыусанлыҡ, тын ҡыҫылыу, физик көсөргәнеш ваҡытында йөрәктең йыш тибеүе, тире ҡатламының ағарыныуы, баш әйләнеү, күҙ алды сыбарланыуы, күреү һәләтенең кәмеүе. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз (составында тимер, микроэлементтар булған дарыу препараттары), хирургик (елек күҙәнәктәрен күсереп ултыртыу), диетотерапия, ҡан препараттарын ебәреү. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ҡан ағыу, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: А. барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе бөтөрөү. Башҡортостанда 2005 й. 100 мең кешегә А. м‑н дөйөм ауырыусанлыҡ 2979,3 тәшкил итә, тәүләп асыҡланған — 1172,6; шуға ярашлы 2007 й. — 3418,1 һәм 1381,6; 2009 й. — 3238,1 һәм 1137,1. А. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Ә.Б.Бәкеров, В.И.Никуличева, Г.Ш.Сафуанова һ.б.). “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында А. төрлө формаларын дауалау өсөн церулоплазмин дарыу препаратын алыу технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә (А.Ғ.Исрафилов, С.Ә.Йәнекәева). Шулай уҡ ҡара: Гематология.

Әҙәб.: Никуличева В.И., Сафуанова Г.Ш. Железодефицитная анемия — современные аспекты. Уфа, 2003.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023