Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ

Просмотров: 867

ЙЫЛҠЫНЫҢ ИНФЕКЦИОН АНЕМИЯҺЫ, йомро тояҡлыларҙың инфекцион ауырыуы, уға ҡабатланыусы биҙгәк, анемия, шешенеүҙәр һәм оҙайлы вирус йөрөтөүсәнлек хас. Ауырыуҙы Retroviridae ғаиләһенә ҡараған вирус тыуҙыра. Ауырыуҙың үтә киҫкен, киҫкен, киҫкенгә яҡын, хроник һәм латент (йәшерен) ағышы айырыла. Йылҡы, һирәгерәк ишәк һәм ҡасырҙар ауырый. Вирус ауырыу малдарҙан ҡан һурыусы бөжәктәрҙең (йышыраҡ күгәүендәрҙең) тешләүе аша йоға. Мал организмында вирус эритроциттарҙы, тамыр көбөнөң эндотелиаль күҙәнәктәрен һәм паренхиматоз ағзаларҙың күҙәнәктәрен ҡаҡшата, шуның м‑н анемия тыуҙыра. Инкубация осоро 2‑нән алып 90 тәүлеккә тиклем һәм унан да күберәк дауам итә (уртаса 10—20 тәүлек). Ауырыуҙың үтә киҫкен ағышына юғары т‑ра, төшөнкө хәл, геморрагик диатез хас, дауамлылығы 2 тәүлеккә тиклем. Киҫкен ағышы булғанда биҙгәк, ҡыҫҡа ваҡытлы ремиссиялар (1—3 тәүлек), лайлалы тиресәләрҙең анемияһы, ҡорһаҡ, күкрәк, ослоҡтар көбөнөң шешеүе билдәләнә, дауамлылығы 7—30 тәүлек. Киҫкенгә яҡын ағышы оҙайлы ремиссиялар (бер нисә аҙнаға тиклем) м‑н айырыла. Хроник ағышы ваҡыты‑ваҡыты м‑н барлыҡҡа килеүсе биҙгәктән (бер нисә тәүлектән бер нисә аҙнаға тиклем) һәм оҙайлы ремиссияларҙан (бер нисә айға тиклем) күренә, ауырыу бер нисә йыл дауам итә. Латент ағышына оҙайлы симптомһыҙ вирус йөрөтөүсәнлек хас. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау ысулы табылмаған, ауырыу малдар һуйыуға ебәрелә. Иҫкәртеү: хужалыҡҡа яңы килтерелгән йылҡылар өсөн — 30 көн дауамлылығындағы карантин һәм уларҙы Й.и.а. тикшереү. Ауырыу малдарҙы асыҡлаған осраҡта хужалыҡ уңышһыҙ тип иғлан ителә, йылҡы индереү һәм сығарыу тыйыла. Башҡортостанда 20 б. 30—50‑се йй. ауырыу йылҡысылыҡҡа ҙур иҡт. юғалтыуҙар килтерә. 50‑се йй. малдарҙы һауыҡтырыу б‑са комплекслы саралар үткәреү башлана, 80‑се йй. алып диагностиканың серологик ысулы ҡулланыла, был Й.и.а. м‑н ауырыу һанын кәметеүгә килтерә. Й.и.а. һуңғы осрағы респ. 2004 й. теркәлгән. 40—50‑се йй. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) Й.и.а. осрағында клиник диагностикалауҙы камиллаштырыу һәм йылҡының йөрәк нервыларын өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (Л.Н.Судзиловский).

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019