Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы

Просмотров: 1424

ӘХМӘРОВА Светлана Герцен ҡыҙы (10.3.1963, Өфө), соц. гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 5‑се дауаханала эшләй, 1987 й. алып Киров район советының башҡарма ком‑тындағы табип‑хеҙмәт эксперттары комиссияһы (икеһе лә — Өфө) рәйесе. 1989—91 йй., 1994 й. башлап һәм 2005— 07 йй. БДПУ‑ла, 2002 й. алып Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са проректоры, 2008 й. башлап БДМУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге наркоманияны, алкоголизмды, тәмәке тартыуҙы, соц. шарттарға бәйле барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙы һәм үҫеп килгән быуын араһында тәртип боҙоуҙы һ.б. иҫкәртеүгә арналған. Ә. ҡатнашлығында “Белем биреү процесында ҡатнашыусылар һаулығын һаҡлауҙың этнотөбәк системаһы” исемле инновацион фәнни йүнәлеш эшләнә. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Проблемы психологии личности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Профессиональная дея­тельность и здоровье педагога. М., 2010; Состояние здоровья и образ жизни современных подростков: тенденции, проблемы, пути решения. М.—Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: