ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1
651
ҮРГЕ ЙӘРКӘЙ ГИМНАЗИЯҺЫ №1, Илеш р‑нында урынлашҡан. 1917 й. башланғыс мәктәп булараҡ асыла, 1936 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң урта мәктәп, 1976 й. — 1‑се урта мәктәп, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Китапханаһы, 2 компьютер класы, интернаты, тамаша һәм спорт залдары, уҡытыу оҫтаханаһы, мед. кабинеты, авто‑ һәм а.х. машиналары, оранжереяһы, емеш‑еләк баҡсаһы һ.б. бар. Уҡыу йортон 6,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012). Тамамлаусылар араһында Т.Л.Рахманов, Ғ.Х.Сираев, Ф.Х.Сиражетдинова, Д.Д.Хәсәншин, К.Ш.Әхиәров, Ф.Ф.Яхин.
Р.Ә.Тимершина
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: