Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА БУЙЫ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ

Просмотров: 842

ВОЛГА БУЙЫ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. май аҙ. Юғары баш командующий адм. А.В.Колчак бойороғо б‑са 1‑се Волга буйы армия корпусы һәм 3‑сө айырым Ырымбур казак бригадаһы нигеҙендә Бәләбәй ҡ. көнсығыштараҡ ойошторола. Составына 1‑се Һамар, 3‑сө Сембер, 13‑сө Ҡазан, 12‑се Себер (июлдән алып) уҡсылар див., Волга кавалерия һәм Ырымбур казак бригадалары ингән. Көнбайыш армия, июлдән алып Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы составында була. Граждандар һуғышы барышында май аҙ. — авг. башында Уралда РККА‑ның Көнсығыш фронтына ҡаршы оборона тота (ҡара: Өфө операцияһы, Златоуст операцияһы, Силәбе операцияһы), 1919 й. авг. — 1920 й. ғин. Байкал күленә табан ҡыҫырыҡлана. 1920 й. мартында Чита ҡ. Айырым Волга буйы бригадаһы тип үҙгәртелә. Төркөм командующийҙары: ген.‑майорҙар В.О.Каппель (1919 й. май—окт.), А.С. Имшенецкий (1919 й. нояб. — 1920 й. ғин.), Н.П.Сахаров (1920 й. ғин.—марты).

Әҙәб.: Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997; Ф и л и м о н о в Б.Б. Белая армия адмирала Колчака. М., 1997; Клавинг В. Гражданская война в России: Белые армии. М.; СПб., 2003.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019