Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович

Просмотров: 1227

КАППЕЛЬ Владимир Оскарович [16.4.1883, Тула губернаһы Белёв ҡ. — 26.1.1920, Себер тимер юлы Утай разъезы; Чита ҡ. ерләнгән, 1920 й. — Харбин ҡ. (Ҡытай), 2007 й. Мәскәү ҡ. ҡабаттан ерләнгән], Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1919). Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби академияһын тамамлаған (Санкт‑Петербург ҡ., 1913). 1901—17 йй. рус армияһында, подполковник (1916); 1918 й. Халыҡ армияһында, полковник; ноябрҙән алып Рус армияһында. 1918 й. ноябренән башлап Волга буйы армия корпусы командующийы. Декабрҙән алып А.В.Колчактың Юғары баш командованиеһы резервында тора, ғинуарҙан — 1‑се Волга буйы корпусы, 1919 й. майынан Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, декабрҙән Көнсығыш фронттың баш командующийы. Аҡтарҙың Көнсығыш Себергә сигенеүенә (“Себер Боҙ походы”) етәкселек итә. 3‑сө (1919 й. сентябре) һәм 4‑се (шул уҡ йылдың июне) дәрәжә Изге Георгий, 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1915), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 3‑сө (1913) ҡылыслы һәм бантлы (1915) һәм 4‑се (1916) дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915) һәм 3‑сө (1910) дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1917) Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

  Әҙәб.: Ф е д о р о в и ч А.А. Генерал Каппель. Мельбурн, 1967; Каппель и каппелевцы. М., 2003; Великий Сибирский Ледяной поход. М., 2004.

 И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023