Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛКОВ Николай Иванович

Просмотров: 1126

ВОЛКОВ Николай Иванович [25.5.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡананикольский а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 23.10.1983, Магнитогорск ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Сталинград, Дон, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 58‑се гвардия уҡсылар див. 175‑се гвардия уҡсылар полкы пулемётсыһы гвардия сержанты В. 1945 й. 25 ғин. Оппельн ҡ. (Германия) төньяҡ‑көнбайыштараҡ Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. аҙ. демобилизациялана. 1946 й. алып Йылайыр р‑нында, 1960 й. башлап Магнитогорскиҙа эшләй. Ленин (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. В. исеме Магнитогорскиҙағы урамға һәм мәктәпкә бирелгән; тыуған ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Павлов Б. Племя молодое //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019