ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы
ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13.7.1925, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Хәйбулла а., хәҙер БР-ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр а. — 2017, Мәскәү ҡ.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1955 й. алып СССР ФА Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1957 й. башлап (өҙөклөк менән) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ-ның өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире. 1961—63 йй. Сүриәлә эшләй. 1966 й. КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, 1972 й. алып Башҡортостан профсоюздар өлкә советы рәйесе. 1982 й. алып БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. 1986—93 йй. БР ФА Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ-нда өлкән ғилми хеҙмәткәр. БАССР ЮС‑ының 7—10-сы саҡырылыш депутаты. 1‑се (1945) һәм 2-се дәрәжә (1945, 1985) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары менән бүләкләнгән.
Хеҙм.: Опыт бурения электробуром в Башкирии. Уфа, 1958; Влияние перфорации на цементное кольцо и колонну в нефтяных скважинах. Уфа, 1960 (авторҙ.); Крепление и освоение скважин уменьшенного и малого диаметра. Уфа, 1961 (авторҙ.).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина