Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘҘРЕТДИНОВ Ратмир Сәрүәр улы

Просмотров: 1066

БӘҘРЕТДИНОВ Ратмир Сәрүәр улы [15.11.1931, БАССР‑ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1963) артисы. Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлағандан һуң (1952) Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солист, 1973 й. алып директор, 1980 й. башлап ӨДСИ проректоры, 1986—2001 йй. Башҡ. дәүләт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш администраторы. Б. ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы менән тәбиғи үрелеп килә. Артистың комик һәләте Столяр (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. “Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай — аҡыллы һәм шаян ҡарт — образын тыуҙыра. Б. ҡатнашлығындағы “Тау мариҙары бейеүе”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актёрлыҡ һәләте өлгөһө булып тора.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.04.2023