Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы

Просмотров: 1064

ҒӘБИТОВ Миҙхәт Исмәғил улы [13.1.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Дәүләт а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 10.10.2010, Сибай ҡ.], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—82 йй. Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында эшләй: экскаватор машинисы, 1966 й. алып электромеханик. Ғ. ҡатнашлығында тау ҡорамалдарын эксплуатациялауҙың ремонт‑ара ваҡытын арттырыу ысулдары индерелә. РСФСР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1961), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

 Әҙәб.: Г а б и т о в М.И. //Герои труда. Уфа, 2011.

 Х.Н.Хәмитов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023
Связанные темы рубрикатора: