Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАЗНАНОВ Миңлейәр Бәхти улы

Просмотров: 1278

ҒАЗНАНОВ Миңлейәр Бәхти улы [25.12.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Кәркәлетамаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Кәркәле а.) — 25.11. 1999, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй. 1958 й. алып БАССР‑ҙың коммуналь хужа‑ лыҡ министры урынбаҫары, 1962 й. — КПСС‑тың Туймазы ҡала ком‑тының, 1965 й. — КПСС‑тың Ишембай ҡала һәм район ком‑тының 1‑се секретары, 1979—84 йй. БАССР‑ҙың аҙыҡ сәнәғәте министры. Ғ. ҡатнашлығында Ишембай нефть ятҡылығы һәм Туймазы нефть ятҡылығы үҙләштерелә һәм ғәмәлгә индерелә. БАССР ЮС‑ының 7—10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

 Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: