ДУЛЬЦЕВ Василий Семёнович
1057
ДУЛЬЦЕВ Василий Семёнович [8.11.1931, БАССР‑ҙың Байҡы районы Александровка а. (БР‑ҙың Ҡариҙел районы) — 16.12.2014, Ҡариҙел районы], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). 1951—87 йй. Ҡариҙел районының Магинск урман сәнәғәте хужалығында эшләй: 1959 й. алып тракторист, 1962 й. — урман ҡырҡыусылар бригадаһы бригадиры, 1984 й. — электростанция машинисы. РСФСР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин ордендары менән (1966, 1971). Ҡариҙел районы Ҡариҙел а. скверға Д. исеме бирелгән.
Әҙәб.: Филиппова М. Лесоруб из Башкирии //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973; Дульцев В.С. //Герои труда. Уфа, 2011.
Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.06.2022
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: