Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович

Просмотров: 924

ҒӘЛИМОВ Олег Владимирович (25.8.1962, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БР-ҙың атҡ. табибы (1998). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып дауалау ф‑ты деканы, 2005 й. — хирургик ауырыуҙар һәм дипломдан һуң белем биреү ин‑тының яңы технологиялар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2011—16 йй. БДМУ клиникаһының баш табибы. Фәнни тикшеренеүҙәре сей яра ауырыуын һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының ҡатнаш ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына арналған. Ғ. тарафынан бариартрик, эндоскопик хирургия алымдары эшләнгән, улар республиканың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 1000‑дән ашыу фәнии хеҙмәт һәм 102 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Выбор метода имплантационной герниопластики при вентральных грыжах. Уфа, 2005 (авторҙ.); Особенности хирургического лечения абдоминальной патологии у больных с ожирением. Ростов-на-Дону, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные темы рубрикатора: