ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы
ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы (19.11.1940, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), суд мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1969 й. тиклем Туймазы район-ара суд‑мед. экспертизаһы мөдире. 1971 й. алып БДМУ‑ла эшләй (1984—2010 йй. суд медицинаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡапыл үлеүҙең сәбәптәрен өйрәнеү, травма алыу һәм үлеү ваҡытын билдәләүгә бәйле. Г. яһалма ауырыуҙарҙы суд‑мед. диагностикалауы һәм иҫкәртеүе ысулдарын эшләй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н суд медиктары йәмғиәте рәйесе (1982 й. алып). БДМУ-ның суд мед. каф. эргәһендәге медицина-криминалистика музейына нигеҙ һалыусы (2005).
Хеҙм.: Организация и производство экспертных исследований трупа. Уфа, 2003; Правовые и этические основы деятельности медицинских работников. Уфа, 2005.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина