ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы
ҒАФАРОВ Мэлс Мөхәмәт улы (1.1.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Миңеште а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2006), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Востокнефтепроводстрой” тресында (Өфө) эшләй: табип пункты мөдире, 1967—70 йй. мед.-санитария бүлеге начальнигы. 1976 й. алып БДМУ‑ла (1989—94 йй һәм 1999—2008 йй. дерматовенерология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге аяҡ микоздарын өйрәнеүгә арналған. Ғ. ҡатнашлығында зарарланған урындарға тәьҫир итеү м‑н бергә бәшмәктәргә ҡаршы, иммунитетты модуляциялаусы препараттар, пробиотиктар һ.б. ҡулланып, комплекслы дауалау ысулы эшләнә һәм БР‑ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында индерелә. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: История развития кафедры дерматовенерологии. Уфа, 2005 (авторҙ.).
А.Б.Латипов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина