ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна
ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна (31.5.1960, Брянск өлк. Локоть ҡсб), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһының, 1999 й. Респ. стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире булып эшләй, 2000 й. — БДМУ‑ла (2003 й. башлап терапевтик стоматология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2001 й. алып “Дентал Студия” стоматология клиникаһы (Өфө) директоры. Фәнни хеҙмәттәре пародонттың шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килеүҙә һәм сикә‑аҫҡы яңаҡ быуыны дисфункцияһында пародонтология, гнатология һәм окклюзион травманың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеүгә, терапевтик стоматологияла визуализация ысулдарын эшләүгә арналған. Г. яңаҡ-йөҙ өлкәһе мускулдарын электр м-н стимуляциялау алымын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Вторичный деформирующий остеоартроз височно-нижнечелюстного сустава у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Оптимизация результатов ортодонтического лечения взрослых пациентов с дистальной окклюзией. Уфа, 2009 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина