Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОГЕОЛОГИЯ

Просмотров: 1108

ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары һ.б. менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән бүлеге. Г. үҙ аллы фән булараҡ 19 б. 2-се яртыһында геология менән гидрология сигендә формалаша. Дөйөм, төбәк Г., гидрогеодинамика, гидрогеохимия, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары Г., мелиорация Г., минераль һыуҙар тураһында, ер аҫты һыуҙарын эҙләү һәм разведкалау тураһында тәғлимәткә һ.б. бүленә. Г. геодинамика, геохимия, геоэкология һ.б. фәндәр менән тығыҙ бәйле. Башҡортостандың ер аҫты һыуҙары тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр минераль һыу сығанаҡтарын тасуирлау рәүешендә Академик экспедициялар отчёттарында бирелә. Республиканың ер аҫты һыуҙары тураһындағы мәғлүмәттәр Урал геологияһын өйрәнеүгә (Р.Мурчисон, Ф.Н.Чернышёв), Һамар—Златоуст тимер юлын төҙөүгә бәйле үткәрелгән геологик тикшеренеүҙәргә (Д.Л.Иванов, С.Н.Никитин), минераль һыу сығанаҡтарын өйрәнеүгә (Г.В.Вахрушев, А.А.Краснопольский, А.В.Нечаев) арналған хеҙмәттәрҙә бар. 20 б. 1-се яртыһында ер аҫты һыуҙары һыу менән тәьмин итеү буйынса саралар үткәргәндә һыу кадастрын төҙөү өсөн өйрәнелә. Һыуҙар нефть промыслалары лабораторияһында тикшерелә (А.А.Варов, Б.Г.Логинов, А.Ф.Опалёв, П.И.Пестов, Л.Ф.Фриж һ.б.). 1942 й. һыулы перспектив горизонттарҙың таралыу майҙандары билдәләнә, республиканың ер аҫты һыуҙары кадастры әҙерләнә (И.Г.Грудинский, К.И.Маков). 1951 й. алып Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтының геохимия лабораторияһында нефть һәм газ ятҡылыҡтары һыуҙарын өйрәнеү буйынса даими тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.П.Егорова, Б.И.Лерман, Б.В.Озолин һ.б.). 1960 й. башлап Б.М.Йосопов һәм В.Г.Попов етәкселегендә Г. буйынса тикшеренеүҙәр Геология институтында башлана, 1991 й. Г. һәм геоэкология лабораторияһы (етәксеһе Р.Ф.Абдрахманов) булдырыла. Ваҡ һәм урта масштаблы гидрогеологик күсермә алыу, ер аҫты һыуҙарын эҙләү һәм разведкалау, башҡа ялан тикшеренеүҙәренең материалдары нигеҙендә гидрогеологик районлаштырыу үткәрелә, Волга-Урал артезиан бассейнының ултырма ҡабына гидрогеологик стратификация яһала, урта масштаблы дөйөм гидрогеологик карталар төҙөлә, 300 м тиклем тәрәнлектәге ер аҫты һыуҙарының ятыу шарттары һәм сифаты тасуирлана, эсәр һыуҙың прогноз ресурстары баһалана һәм, антропоген бысранған участкаларҙы күрһәтеп, уларҙың таралыу карталары төҙөлә (Р.Х.Аҡманов, В.И.Мартин, В.Ф.Ткачёв һ.б.). Гидрогеологик тикшеренеүҙәрҙә гелий ысулын дәлилләү һәм индереү (Н.Н.Егоров һ.б.), нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү райондарының гидрогеологик мониторингы буйынса эштәр алып барыла. Тәүге тапҡыр республикала минераль һыуҙар классификацияһы эшләнә (40‑тан ашыу төр айырып күрһәтелә), минераль һыу ятҡылыҡтары генезисы өйрәнелә.

Әҙәб.: Гидрогеология СССР. В 50 т. Т. 15: Башкирская АССР. М., 1972; Абдрахманов Р.Ф. Пресные подземные и минеральные лечебные воды Башкортостана. Уфа, 2014.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: