Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИПС

Просмотров: 1376

ГИПС (грек теленән gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә күренмәле; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 1,5—2, тығыҙлығы 2300 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Һыуҙа әҙ эреүсән. 2) Ултырма тау тоҡомо. Г. минералдар һәм ҡушылмаларҙан (доломит, ангидрит, тимер гидроокислалары, көкөрт һ.б.) тора. Алебастр һ.б. бәйләүес матдәләр, гипслы цемент, быяла, көкөрт кислотаһы етештереүҙә ҡулланыла. Г. ултырмалары Башҡортостандың Урал алдында киң үҫешкән. Эҫем һәм Ағиҙел йй. буйлап ер өҫтөнә сыға (Иглин районындағы Охлебинин ятҡылығы). Һәләүек (Стәрлетамаҡ районы), Мәҡсүт (Туймазы районы) ятҡылыҡтары үҙләштерелә, Түбәнге Ләкәнде (Ауырғазы районы), Санйын, Разномойка (Көйөргәҙе районы), Вотикеев (Өфө районы) һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

А.А.Алексеев

 Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2022