Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ

Просмотров: 1550

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау) һәм уны байыҡтырыу (гравитацион, ҡайһы бер мәғдәндәр өсөн радиометрик ысул менән, флотация); ҡайһы берҙә окисландырыусы, хлорлаусы йәки кире ҡайтарыусы үртәү йәки уҡмаштырыу. Г. һелтеһеҙләндереүҙе (алына торған металдарҙы эретмәгә күсереү; ҡайһы берҙә ваҡлау, классификациялау һ.б. м‑н бер үк ваҡытта бара); эретмәләрҙе эшкәртеүҙе (фильтрлау, асыҡландырыу, ҡушылмаларҙы химик тондороу); ҡушылмалы таҙарып етмәгән металдарҙы (цементлаштырыу — таҙартылған һәм алдан ҡуйыртылған эретмәләрҙән водород йәки электр яғынан уларҙан тиҫкәрерәк металдар ярҙамында ҡайтарыу) йәки уларҙың эремәүсән ултырмалар рәүешендәге берләшмәләрен (оксидтар, гидроксидтар, фторидтар һ.б.) сығарыуҙы үҙ эсенә ала. Һелтеһеҙләндереү өсөн мәғдәндең химик составына һәм сығарылған металдарҙың үҙенсәлектәренә бәйле аммиак (баҡырҙы, никелде алыу өсөн), хлор һәм хлоридтар (затлы металдарҙы, ҡурғашты, һирәк металдарҙы), цианидтар (алтынды, көмөштө), көкөрт кислотаһы (ванадийҙы, баҡырҙы, цинкты), сода (уранды — карбонатлы мәғдәндәрҙән, молибденды, вольфрамды) эретмәләрен файҙаланалар. Һелтеһеҙләндереүҙең агитациялау (механик, тығыҙландырылған һауа ярҙамында йәки реакторҙарҙа ҡатнаштырып бутау) һәм перколяциялау (шыйыҡ реагентты мәғдән йәки концентрат ҡатламы аша үткәреү) ысулдарын айыралар. Перколяцияны туплап (аҫтына һыу үтмәгән нигеҙ өҫтөнә бер аҙ ауыш бурттарға һалынған ташландыҡ тоҡомдарҙы, бөртөкләнгән мәғдән концен‑ траттарын эшкәртеү) һәм ер аҫтында (эретмәне мәғдән ҡатламы аша ер аҫтына 600 м тиклем тәрәнлеккә ебәреү һәм мәғдән ҡатламына таралған эретмәне өҫкә һурҙырып сығарыу; скважина һәм шахта ысулдары билдәле) һелтеһеҙләндереү өсөн ҡулланалар. Ҡушылмалы таҙарып етмәгән металдарҙы ултыртыу өсөн цинк (алтынды, көмөштө ултыртыу өсөн), тимер (баҡырҙы), баҡыр (көмөштө) йәки баҫым аҫтындағы водород (уранды) ҡулланыла. Тауар металдарын кире ҡайтарыусы иретеү, һыулы эретмәләрҙән электролизлау, ҡушылмалы таҙарып етмәгән металды бер үк ваҡытта аффинаж (көкөрт кислотаһы м‑н айырыу) үткәреп иретеү юлы м‑н алалар. Шулай уҡ сульфид минералдарынан баҡырҙы, уранды һелтеһеҙләндереп алыу, алтын һәм көмөш мәғдәндәренән сульфид минералдарының ҡушылмаларын (пирит, арсенопирит һ.б.) алып ташлау өсөн автотрофтар (башлыса тионлы) ҡулланыуға нигеҙләнгән био‑Г. айыралар. Бактериаль һелтеһеҙләндереү ысулы алюмин, марганец, мышаяҡ, никелле һ.б. силикатлы мәғдәндәрҙе эшкәртеү өсөн перспективалы. Ҡайһы бер осраҡтарҙа гидрометаллургик процестарҙың пирометаллургия м‑н бергә үткәрелеүе мөмкин. Металдар һәм уларҙың берләшмәләрен айырыу мәғдәндең ваҡланыу дәрәжәһенә, йөҙөнөң формаһына, диффузияның тиҙлегенә, эретмә м‑н контактта булыу ваҡытына, ш. уҡ уларҙың тәүге сеймалдағы концентрацияһына бәйле. Г. күп күләмдә һыу ҡулланыу хас. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. алып тау сәнәғәте пр‑тиеларында (Бүребай таубайыҡтырыу комбинаты, Миндәк руднигы, Түбә руднигы һ.б.) мәғдәндең ҡиммәтле компоненттарын концентрациялаусы Г. беренсе стадиялары (механик эшкәртеү һәм байыҡтырыу) ғына ҡулланыла. Алтынлы һәм баҡыр колчеданы мәғдәндәре алтынлы, баҡырлы, цинклы, пиритлы концентраттарға эшкәртелә. Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинаты, Учалы тау- байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу ф‑каларында баҡыр, цинк, пирит концентраттарын сығарғанда металдарҙы ваҡланған мәғдәндең хәрәкәтһеҙ ҡатламынан флотациялап байыҡтырыу ҡулланыла. 60‑сы йй. аҙ. Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында мәғдән байыҡтырыуҙың металдарҙы айырыу дәрәжәһен арттырырға мөмкинлек биреүсе зарарһыҙ флотация реагенттары (ксантогенаттар) ҡулланылған илдәге тәүге коллективлы‑селектив схема индерелә; баҡыр һәм цинк концентраттарын фильтрлау, киптереү процестары камиллаштырыла, баҡырҙы һәм затлы металдарҙы баҡыр концентратына сығарыу арттырыла. Пр‑тиеның байыҡтырыу ф‑каһында таҙартылмаған цинк концентраттарын тимерһеҙләндереү схемаһын индереү цинк концентраты БДБ‑лағы иң ҡеүәтле производство ойошторорға мөмкинлек бирә. БР‑ҙа сығарылған ярымпродукттар РФ‑тың төҫлө металлургия һәм химия сәнәғәте пр‑тиеларына ебәрелә. 70‑се йй. һәм 90‑сы йй. башында Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) төҫлө (баҡыр, кобальт, цинк), һирәк (Ерҙә һирәк элементтар, гафний, цирконий) һәм затлы металдарҙы сығарып алыу өсөн эффектив экстрагенттар һәм сорбенттар уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; алынған сорбенттар РФ‑тың бер нисә пр‑тиеһында тәж.‑сәнәғәт һынауҙарын үтә (Красноярск, Новосибирск, Норильск ҡҡ.).

Р.С.Вәхитов, Ю.И.Муринов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: