Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРҒА КҮҘЕ

Просмотров: 571

ҠАРҒА КҮҘЕ (Paris), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дүрт япраҡлы Ҡ.к. үҫә. Оҙон һырылыусы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япрағы (һаны — 4) киң эллипс формаһында, өҫкө өлөшөндә ҡыҫҡа итеп осланған, ултырма тиерлек, сәскә аҫтында, таҡыяла урынлашҡан. Сәскәһе яңғыҙ, һабаҡ осонда урынлашҡан. Сәскә эргәлеге 2 әйләнәлә урынлашҡан 8 япраҡсанан тора: тышҡылары — йәшел, эскеләре — һарғылт йәшел. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡарағусҡыл төҫтәге күп орлоҡло еләк, июлдә өлгөрә. Башлыса күләгәле һәм дымлы урмандарҙа үҫә; республиканың бөтә территорияһында таралған. Ағыулы үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022
Связанные статьи: