Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Ривнер Фазыл улы

Просмотров: 1323

ҒӘНИЕВ Ривнер Фазыл улы (1.4.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Тәжәй а.), механик. РФА акад. (1994), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), Литва ФА‑ның сит ил ағзаһы (2011), техник ф. д‑ры (1968), проф. (1969). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 100‑сө почта йәшниге (Өфө) инженеры булып эшләй. 1964 й. алып Украина ССР‑ы ФА‑ның Механика ин‑тында (Киев; 1970 й. башлап бүлек мөдире). 1978 й. алып РФА‑ның Машиналар т‑дағы фән ин‑тында: бүлек мөдире, 1986—95 йй. фән б‑са дир. урынбаҫары, 2009 й. — дир.; бер үк ваҡытта 1986 й. башлап “Тулҡын” Тармаҡ-ара ғилми-инженерлыҡ үҙәге, 1995—2010 йй. РФА‑ның Һыҙыҡлы булмаған тулҡын механикаһы һәм технологияһы фәнни үҙәге (бөтәһе лә — Мәскәү) дир.; бер үк ваҡытта 1997 й. алып Мәскәү авиация ин‑тының ғәмәли физика каф. мөдире һәм 2011 й. башлап Мәскәү физика-техника ин‑тында (ун‑тының) технологик процестарҙың хисаплау моделдәре каф. мөдире; бер үк ваҡытта 2001 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу б‑са ҒТИ‑ның, 2002—05 йй. Нефттең химик механикаһы үҙәгенең (икеһе лә — Өфө) ғилми етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың һыҙыҡлы булмаған тулҡынлы механикаһына, тулҡынлы технологияларҙы уйлап табыуға һәм сәнәғәткә индереүгә арналған. Ғ. ҡаты һәм деформацияланыусы есемдәрҙең күләмле һыҙыҡлы булмаған тирбәлеүҙәре ваҡытында резонанс күренештәре, күп фазалы системаларҙың һыҙыҡлы булмаған тирбәлеүҙәре теорияһын һ.б. уйлап таба; тулҡынлы машиналарҙы һәм аппараттарҙы проектлау һәм төҙөүҙең фәнни нигеҙҙәрен, шыйыҡлыҡ һәм газ м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеүсе, деформацияланыусы конструкцияларҙың ышаныслы булыуын һәм тауышһыҙ эшләүен арттырыу ысулдарын таба. Ғ. тикшеренеүҙәре нигеҙендә машиналар эшләү, нефть, төҙөлөш, химия сәнәғәте һ.б. өсөн тулҡынлы технологиялар эшләнә. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. Почёт (1999), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Проблемы механики в космической технологии: управляемые вибрационные процессы в невесомости. М., 1978 (авторҙ.); Колебательные эффекты в многофазных средах и их использование в технологии. Киев, 1980 (авторҙ.); Волновые машины и технологии: (введение в волновую технологию). М., 2008.

Р.И.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0