Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ

Просмотров: 1185

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ, газ йәки шыйыҡлыҡ ағышы энергияһын тауыш тулҡыны энергияһына (акустик энергия) әүерелдереүсе ҡоролмалар. Эшләү принцибы б‑са гидродинамик нур сығанаҡтарына һәм сиреналарға бүленәләр. Гидродинамик нур сығанаҡтарының эшләүе соплоның батырылған турбулент шыйыҡлыҡ ағымының ҡаршылыҡ м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеүе ваҡытында шыйыҡ мөхиттә боларыуҙар булдырып тороуға (ниндәйҙер тиҙлек һәм баҫым ҡырҙары рәүешендә) нигеҙләнә. Сиреналарҙың эшләүе нигеҙендә тишекле йәки тешле әйләнеп тороусы ротор ярҙамында ағымды периодик өҙөү (динамик сиреналар) йәки ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен башҡарған кәртә м‑н ағышты ябыу (пульсациялы сиреналар) ята. Эш башҡарған есемдең тибы б‑са - газ (һауа) һәм шыйыҡлыҡ, төҙөлөшө б‑са күсәрле һәм радиаль сиреналар айырыла. Г.а. төрлө технологик процестарҙы интенсивлаштырыу (иремәй торған шыйыҡлыҡтарҙы эмульсия алыу өсөн ҡатыштырыу, шыйыҡлыҡтарҙа ҡаты өлөшсәләрҙе үтә ныҡ ваҡлау) өсөн ҡулланыла. 20 б. 80‑се йй. башынан Нефть техник университетында уйлап табылған (Р.Н.Ғимаев, Ф.Ш.Хафизов һ.б.) Г.а. “Эконефтехимтехника” ЯСЙ‑нда (Өфө) һәм Златоуст машиналар эшләү з‑дында сығарыла. 80‑се йй. уртаһынан БР‑ҙың (Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Каустик”) һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең (“Лукойл-Пермнефтеоргсинтез”, “Лукойл-Ухтанефтепереработка”, “Лукойл-Волгограднефтепереработка” һ.б.) пр‑тиеларында файҙаланыла.

Әҙәб.: Фридман В.М. Ультразвуковая химическая аппаратура. М., 1967; Ганиев Р.Ф. Волновая технология и техника. М., 1993; Хафизов Ф.Ш., Хафизов Н.Ф., Ванчухин Н.П. Процессы нефтепереработки в кавитационно-вихревых аппаратах. Уфа, 1999.

Ф.Ш.Хафизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: