Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБЫЙҘАР ЙОРТО

Просмотров: 1070

САБЫЙҘАР ЙОРТО, етем балаларҙы, ата‑әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, үҫешендә физик һәм психик тайпылыштар булған балаларҙы тәрбиәләү, уларға дауалау‑иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү, медик‑психологик‑пед. реабилитациялау өсөн тәғәйенләнгән учреждениелар. С.й. һаулыҡ һаҡлау органдары ҡарамағында, улар биргән путёвка б‑са яңы тыуғандан алып 3 йәшкә тиклемге (махсуслаштырылғандарға — 4 йәшкәсә) балалар ваҡытлы йәки даими йәшәүгә ҡабул ителә. Дөйөм типтағы С.й., ш. уҡ үҙәк нервы системаһы боҙолған, терәк‑хәрәкәт аппараты, ишетеү һәләте, телмәре, күреү һәләте зарарланған һ.б. балалар өсөн махсуслаштырылған йорттар (төркөмдәр) асыла. С.й. баш табип етәкселек итә. Пед. һәм мед. персоналы тәрбиә, мед., соц.‑хоҡуҡи һәм адм.‑хужалыҡ эштәрен алып бара. Һәр С.й. эргәһендә опекунлыҡ (попечителлек) советы ойошторола. Балалар йәш б‑са төркөмдәргә бүленә: “имсәк балалар”, “шыуышып йөрөүселәр”, “өлкәндәр”. С.й. балалар мәктәпкәсә балалар учреждениеларына, соц. яҡлау учреждениеларына, ата‑әсәһенә, уллыҡҡа, опекаға оҙатыла. Революцияға (1917) тиклем Рәсәйҙә бағыу йорттары, балалар приюттары, ташландыҡ балалар өсөн тәрбиә йорттары була, улар дәүләт ҡарамағында йәки хәйриә иҫәбенә тотола. 1917 й. дек. Дәүләт бағыуы ХК эргәһендә әсәлекте һәм сабыйлыҡты һаҡлау бүлеге асыла, ул эшмәкәрлеген имсәк балалар йорттары, С.й. һәм әсә м‑н бала йорттары ойоштороуҙан башлай. 1919 й. Өфөлә Әсә м‑н бала йорто, Имсәк бала йорто һәм С.й., 1933 й. Стәрлетамаҡ ҡ. етемдәр өсөн С.й. асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә С.й. асыла: Өфөлә 3‑сө (1941 й. нигеҙләнгән) һәм 2‑се (1944, 1998 й. берләштерелә) һәм Белорет ҡ. (1942). 1946 й. Өфөлә 26‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) яслеһы базаһында Рыбинск ҡ. эвакуацияланған балаларҙы тәрбиәләү өсөн 1‑се С.й. асыла. 2015 й. БР‑ҙа 3 махсуслаштырылған С.й. эшләй: Белоретта (60 урынлыҡ), Стәрлетамаҡта (75 урын), Өфөлә (280 урын). С.й. йөрөргә сыға торған майҙансыҡтары, изоляторы, карантин бүлексәһе, музыка һәм спорт залдары һ.б. бар; заманса реабилитациялау ҡорамалдары м‑н йыһазландырылғандар, дарыу препараттары м‑н тәьмин ителәләр.

С.Ш.Мырҙабаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: