Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУАНЫҢ ДЫМЛЫЛЫҒЫ

Просмотров: 867

ҺАУАНЫҢ ДЫМЛЫЛЫҒЫ, һауала һыу пары миҡдары; һауа торошо һәм климаттың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. Абс. (г/м3) һәм сағыштырма (%) дымлылыҡ, һыу парының тығыҙлығы (баҫым, гПа), туйындырыу дефициты (гПа), ысыҡ нөктәһе һ.б. хас. Гигрометр, психрометр м‑н үлсәнә. Ер өҫтөндәге Һ.д. геогр. урынға, рельефҡа, дымдың һауа массалары тарафынан күсерелеүенә, һауа температураһының үҙгәреүенә бәйле. Һ.д. түбән булыуы (сағыштырма дымлылыҡ 30%‑тан кәм) ҡоролоҡ үҫешенә килтерә, һауа һалҡынайған саҡта (ысыҡ нөктәһенә тиклем) ул һыу пары м‑н туйына, болоттар, томан, яуым‑төшөм, ер өҫтө гидрометеорҙары (ысыҡ, бәҫ һ.б.) барлыҡҡа килә. Уртаса киңлектәрҙә кеше организмы өсөн иң уңайлы сағыштырма дымлылыҡ 40—60%. Башҡортостан терр‑яһында Һ.д. тигеҙ бүленмәгән: Башҡортостандың Урал алдында сағыштырма дымлылыҡ ҡыш көнө 78—83%, йәй көнө 61—73%, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында ярашлы рәүештә — 73—81% һәм 66—76%, Башҡортостандың Урал аръяғында — 60—66% һәм 53—54% тәшкил итә. Сағыштырма дымлылыҡтың йыллыҡ үҙгәреүе максимумы нояб. (81—84%), минимумы майҙа (57—63%) күҙәтелә.

Т.И.Власова, Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: