Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ

Просмотров: 1054

ҺЫУ РЕСУРСТАРЫ, хужалыҡта һәм көнкүрештә файҙаланырға яраҡлы төрлө фаза хәлендәге ер өҫтө һыуҙарының һәм ер аҫты һыуҙарының дөйөм запасы. Һыу алмашыныуы актив (йылғалар һыуы) һәм аҡрын (быуаттар буйына) барған (ер аҫты һыуҙары, һаҙлыҡтар, күлдәр, һыуһаҡлағыстар, боҙлоҡтар) Һ.р. айырыла. Һ.р. арауыҡта һәм ваҡыт эсендә яуым­төшөмдөң күләменә, һыу йыйыу майҙанынан парға әйләнеүгә һ.б. бәйле үҙгәрә (ҡара: Һыу балансы). Һ.р. күрһәткестәре: йылғаларҙағы йыллыҡ аҡма күләме, күлдәрҙә, ер аҫты горизонттарында тупланған һыу запастары һ.б. Халыҡ хужалығы тармаҡтары Һ.р. файҙаланыу характеры б‑са һыуҙы ҡулланыусыларға (ҡара: Һыуҙы ҡулланыу) һәм һыуҙы файҙаланыусыларға (ҡара: Һыуҙы файҙаланыу) бүленә. БР‑ҙа йыл һайын тергеҙелә торған Һ.р. уртаса 35 км3 тәшкил итә, шуларҙың 25,5 км3 респ. терр‑яһында формалаша. 1 кеше йы­лына 8,8 мең м3 һыу м‑н тәьмин ителә (РФ‑та — йылына 29,4 мең м3). Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Нуриман райондары (1 кешегә йылына 32,1 меңдән алып 94,9 мең м3 тиклем һыу тура килә) һыу м‑н айырыуса яҡшы, Баҡалы, Бүздәк, Шишмә, Әбйәлил райондары әҙерәк (яҡынса 3,7 мең м3) тәьмин ителгән. Ағиҙел й. респ. дөйөм Һ.р. 45,5%‑ы, Өфө й. — 35,0%‑ы, Эҫем й. 12%‑ы тупланған. Һ.р. дефициты Дим, Исәт, Мейәс, Урал йй. басс.; һыу аҙ булған йылдарҙа — Белорет, Бәләбәй, Дәүләкән, Учалы ҡҡ., межень ваҡытында — Стәрлетамаҡ, Салауат ҡҡ. күҙәтелә.

В.А.Балков, В.А.Загорский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: