ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна
ДЕГТЯРЁВА Ирина Викторовна (19.9.1957, Аҡтүбә ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй: 2000 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2014 й. башлап Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге иҡт. фәне методологияһы, инвестицион бизнес проблемаларына, Көнбайыш һәм Рәсәй финанс ин‑ттарының эшләү механизмдарын, БР һәм РФ фонд баҙарҙарының үҫеш тенденцияларын өйрәнеүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Качество жизни и экономическая безопасность России. Екатеринбург, 2009 (авторҙ.); Экономическое пространство: теория и реалии. М., 2011 (авторҙ.); Финансовый ландшафт территории. М. 2012 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина