Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ

Просмотров: 1051

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ (лат. declaratio — иғлан итеү, белдереү), устав м‑н билдәләнгән формалағы бланкыла календарь йылы өсөн алынған килем һәм уның сығанаҡтары, киткән сығымдар, һалым льготалары һәм иҫәпләнгән һалым суммаһы т‑да һалым түләүсенең яҙма ғаризаһы. Килемгә декларация яһау РФ‑та 1992 й. индерелә. РФ Һалым кодексының (2000) 2‑се өлөшөнә ярашлы декларация шәхси эшҡыуарҙар һәм шәхси практика алып барыусылар, ш. уҡ отчёт йылы дауамында милектән килем алыусы (хаҡ түләтеп файҙаланыуға, ҡуртымға биреү, һатыу) физик шәхестәр, лотереяларҙан отош алыусылар һ.б. тарафынан тапшырыла. Респ. (РФ‑та тәүге тапҡыр) һалым түләүселәрҙең идентификацион номерҙары б‑са мәғлүмәттәрҙе автоматлаштырылған йыйыу һәм эшкәртеү индерелгән. 2011 й. респ. 189 меңдән ашыу К.т.д. бирелгән. Уҙған йыл өсөн уҡыуға, дауаланыуға, торлаҡ һатып алыу йәки төҙөүгә һ.б. киткән сығымдар суммаһына соц. һалым льготаларына хоҡуғы т‑да 60 меңдән ашыу һалым түләүсе ғариза биргән. Соц. һалымдар өсөн тотолған аҡса суммаһы 1768 млн һум тәшкил иткән.

В.М.Резбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

БР-ҙа  физик шәхестәр килеменә декларация яһау

 

1993

1997

2000

2004

2010

Килемдәренә декларация яһалырға тейешле кешеләр һаны

21981

143895

95220

107600

70435

Килем т‑да алынған декларациялар һаны, берәмек

20107

119000

84004

141900

189532

Алынған бөтә декларациялар б‑са түләнергә тейешле һалым суммаһы, мең һум

969*

29153*

33919

73884

2822745

Тикшерелгән декларациялар һаны, берәмек

12822

104696

81696

133000

189532

Тикшерелгән декларациялар һөҙөмтәһе б‑са өҫтәп иҫәпләнгән һалым суммаһы, мең һум

513*

1078*

1264

32200

530531

                *деноминацияланған суммаларҙа

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: