Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ

Просмотров: 1210

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенең мәктәп йәшендәге балалар өсөн уҡытыу‑тәрбиә биреү учреждениеһы. Өфөлә, Якутов И.С. исемендәге паркта урынлашҡан. 2 км оҙонлоғонда тар колеялы рельслы юлы, хәрәкәттәге составы (тепловоз, 5 пасс. вагоны), вокзалы бар. 2 яҡлы кодлы автоблокировка, поезд һәм станция радиоүҙәктәре м‑н йыһазландырылған. Йәш тимер юлсыларҙы түбәндәге һөнәрҙәр б‑са әҙерләү алып барыла: локомотив машинисы, машинист ярҙамсыһы, поезд бригадиры, станция, стрелка күсереү посы, тимер юл аша сыға торған урын, перрон дежуры, вагон проводнигы һәм тикшереүсеһе, кассир, ревизор‑контролёр, юл монтёры, радиомеханик, радиоүҙәк дикторы һ.б. Уҡыу ваҡыты — 5 йыл. Дәрестәр — ҡышҡы, уҡытыу‑производство практикаһы йәйге ваҡытта үткәрелә. Б.т.ю. 13 меңдән ашыу уҡыусы белем алған, шуларҙың 4 меңдән күберәге Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе пр‑тие һәм ойошмаларында эшләй (2005). 1952 й. төҙөлгән. Планда рельс юлы һигеҙ һанын хәтерләткән, 1986 й. капиталь ремонттан һуң йомоҡ ҡулса рәүешен алған. 1953 й. 10 майында Пионер станцияһынан (1991 й. алып Йәшлек) 3 ағас пасс. вагоны (1960 й. 7 металл вагонға алмаштырыла) м‑н тәүге поезд ебәрелә, уны 157‑се сериялы 649‑сы паровоз (1957 й. 104‑се ТУ‑2 тепловозына алмаштырыла) йөрөтә. Поезд “Башҡортостан пионеры” (1991—2002 йй. “Йәш тимер юлсы”) исемен ала. 1997 й. алып Советтар Союзы Геройы В.П.Доброрез ис. балалар тимер юлы.

А.Н.Безденежных, М.Ф.Соболев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019