Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович

Просмотров: 1421

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович (31.1.1917, Ҡытай-Көнсығыш т. юлының Шуанченпу ст., Ҡытай – 4.4.1999, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.П.Доброрездың ағаһы. 1935— 41 йй. һәм 1949—82 йй. Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең Өфө ст. эшләй. 1942 й. майынан ТөньяҡКөнбайыш, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16-сы штурмлаусы инженер-сапёр бригадаһы 76-сы айырым штурмлаусы инженер‑сапёр батальонының отделение ком. өлкән сержант Д. 1945 й. 28 ғин. ҡарай төндә Грошовиц (Германия) торама пункты эргәһендә дошман уты аҫтында Одер й. аша күпер үткәреүҙә ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. Ленин орд. (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Балалар тимер юлына Д. исеме бирелгән; ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022