Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЬЯКОНОВ Владислав Дмитриевич

Просмотров: 1710

ДЬЯКОНОВ Владислав Дмитриевич (22.4.1928, Вологда ҡ. — 13.8.2017, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1985). Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Щербаков ҡ. пр‑тиеларында эшләй. 1955 — 86 йй. һәм 1993 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1969 й. башлап производство б‑са дир. урынбаҫары, 1977 й. — дир., 1978 й. — ген. дир., 2000 — 05 йй. төп производство дир. урынбаҫары. 1986 й. алып Двигателдәр эшләү ҒТИ‑ның (Өфө) Урал филиалында фән б‑са нач. урынбаҫары, 1987 — 93 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: тәж. производствоһы мөдире, бүлек мөдире, баш инженер. 80‑се йй. башында Д. етәкс. ӨМЭПБ‑ла тармаҡта беренсе тапҡыр титан иретмәләренән ҡатмарлы профилле деталдәр яһау технологияһы эшләнгән һәм индерелгән. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019