Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1072

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ, физик шәхестәрҙең торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты м‑н ирекле рәүештә ағза булып берләшеүе. Торлаҡ‑ҡуртым һәм торлаҡ-төҙөлөш (ҡала һәм дача) кооперациялары айырыла. Торлаҡ‑ҡуртым кооператив ширҡәттәренең эшмәкәрлеге үҙенең пайсыларына ҡуртымға торлаҡ биналары биреүҙән ғибәрәт. Торлаҡ‑төҙөлөш кооперативтары тулыһынса үҙ ҡарамағында булған һәм пайсыларының торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында файҙаланылған торлаҡ төҙөүҙе тормошҡа ашыра. 20 б. 20‑сы йй. башында Башҡортостанда Т.к. ике төрө лә үҫеш ала. БАССР ХКС‑ы эргәһендә Эшселәр торлаҡтары төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү ком‑ты эшләй, “Водник”, “Железнодорожник”, “Новый быт”, “Типограф” һ.б. торлаҡ‑төҙөлөш ширҡәттәре ойошторола. 1923—30 йй. Өфөлә төҙөлгән 283 йорттоң 6‑һы торлаҡ‑төҙөлөш ширҡәттәренеке була; 1925—27 йй. улар тарафынан дөйөм майҙаны 73 мең м2 булған 363 торлаҡ йорт ремонтлана. СССР ҮБК һәм ХКС‑ының 1937 й. 17 окт. “Торлаҡ фондын һаҡлау һәм ҡалаларҙа торлаҡ хужалығын яҡшыртыу тураһында”ғы ҡарарына ярашлы торлаҡ-ҡуртым кооперацияһы бөтөрөлә, уның ҡарамағындағы йорттар урындағы советтар идаралығына тапшырыла. Кооператив торлаҡ төҙөлөшө респ. 60‑сы йй. башында үҫеш ала. 80‑се йй. уртаһына ҡалаларҙың һәм эшселәр ҡасабаларының дөйөмләштерелгән торлаҡ фондында кооператив фатирҙарҙың сағыштырма өлөшө — 6,6%‑ҡа, Өфө һәм Белорет ҡалаларында 9%‑ҡа етә. Республикала торлаҡ‑төҙөлөш кооперативтары тарафынан төҙөлгән торлаҡ майҙаны (мең м2): 1980 й. — 34,9; 1990 — 60,7; 2000 — 4,3. Кооперативтарҙың торлаҡ фонды (мең м2): 1984 й. — 1680; 1990 — 1996,4; 2000 — 2723; торлаҡ йорттар төҙөлөшөнөң дөйөм күләмендәге өлөшө (%): 1990 й. — 3,2, 2000 — 0,3.

К.Ф.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: