ЯЛАНҒАС ОРЛОҠЛОЛАР
ЯЛАНҒАС ОРЛОҠЛОЛАР (Pinophyta, йәки Gymnospermae), орлоҡ үҫемлектәренең боронғо бүлеге. 4 хәҙ. (гинкго һымаҡтар, саголылар, тышсалы орлоҡлолар, ылыҫлылар) һәм 2 ҡаҙылдыҡ (беннеттиттар һәм орлоҡ абағалары) үҫемлектәр класын берләштерә. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Яҡынса 700 төрө билдәле. Башҡортостанда тышсалы орлоҡлолар һәм ылыҫлылар класына ҡараған 8 төр үҫә. Мәңге йәшел, һирәгерәк япраҡ ҡойоусы ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар, һирәк осраҡта лианалар (гнетум һәм эфедраның ҡайһы бер төрҙәре). Күпселек Я.о. олоно колонна формаһында, үҫешкән үҙағаслы һәм йоҡа ҡабыҡлы. Үҙағасы башлыса ҡоршалған күҙәүле трахеидтарҙан тора, паренхимаһы насар үҫешкән, механик туҡымаһы (либриформ) юҡ. Флоэмаһының юлдаш күҙәнәктәре булмай. Япраҡтары күп төрлө: бөтөндән (тәңкәленән, энәленән) алып сәнске кеүек тарбаҡлыға, ике айырсалыға, ҡыйғаслыға һәм ике тапҡыр ҡыйғаслыға тиклем. Я.о. — төрлө споралы үҫемлектәр. Микроспорофилдары һәм мегаспорофилдары формаһы һәм төҙөлөшө б‑са төрлө була: ваҡ бөтөндән алып эре ҡыйғаслыға тиклем. Иң боронғо примитив Я.о. (орлоҡ абағалары) тубырсыҡтар (стробилдар) барлыҡҡа килмәгән, микро‑ һәм мегаспорофилдары япраҡтар араһында урынлашҡан. Башҡа Я.о. спорофилдары ата һәм инә тубырсыҡтарға йыйылған. Микроспоралары һеркәлектәрҙә (микроспорангийҙарҙа), мегаспоралары орлоҡ бөрөләренең мегаспорангийҙарында (нуцеллустарҙа) барлыҡҡа килә. Орлоҡ бөрөләре яланғас (бүлектең исеме ошонан алынған), бер мегаспорангийҙан һәм уны уратып алған япманан (интегументтан) тора, емшәне юҡ. Ата гаметофиты тулыһынса мегаспорангийҙа үҫешә; төрлө споралы орлоҡһоҙ үҫемлектәрҙең ата гаметофиттарынан айырмалы рәүештә антеридийҙары (енес ағзалары) булмай. Я.о. инә гаметофиты (эндоспермы) редукцияға бирелә һәм мегаспорангий эсендә үҫешә. Я.о. (вельвичияны, гнетумды һәм мәңге йәшел секвойяны иҫәпкә алмағанда) үҙенсәлеге булып зиготаның нуклеар (ядро) бүленеүе тора. Спорофит үҫешенең башланғыс стадиялары орлоҡ бөрөһө һәм орлоҡ эсендә үтә. Орлоҡтар м‑н үрсей. Я.о. иң күп һанлы класы — ылыҫлылар, 5 хәҙ. (араукариялар, кипаристар, ҡарағайҙар, подокарптар, тис һымаҡтар; 35 затты, 560 төрҙө берләштерә) һәм 3 ҡаҙылдыҡ (вольциялар, кордаиттар, подозамиттар) үҫемлектәр тәртибен үҙ эсенә ала. Хәҙ. ылыҫлылар башлыса мәңге йәшел бейек ағастар, һирәгерәк ҡыуаҡлыҡтар. Үренделәре күпселектә 2 типта була: оҙон (япраҡтарҙың теҙелеше — уралма) һәм ҡыҫҡа (япраҡтарҙың теҙелеше — шәлкем). Япраҡтары бөтөн, бер тамырсығы булған энәле йәки насар үҫешкән сәнске кеүек һеңерсәле. Ылыҫлыларҙың иң ҙур заттары — подокарп (144 төр), ҡарағай (100), шыршы (45) һәм аҡшыршы (40 төр). Башҡортостанда ылыҫлылар класынан казак артышы, себер аҡ шыршыһы, себер артышы, себер ҡарағайы, себер ҡарағасы, себер шыршыһы, ябай артыш, тышсалы орлоҡлолар класынан ябай эфедра үҫә. Я.о. һыу һәм тупраҡ һаҡлаусы ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар барлыҡҡа килтерә, үҙағастың иң мөһим сығанағы булып тора. Ҡайһы бер Я.о. (араукарияның, гинкгоның, кедр ҡарағайының, пинияның һ.б.) орлоҡтары ашарға яраҡлы, уларҙан аҙыҡ майы алына. Күп Я.о. — дарыу үҫемлектәре (себер аҡ шыршыһы, урман ҡарағайы, ябай артыш һ.б.) һәм декоративүҫемлектәр (аҡ шыршы, артыш, шыршы һ.б.). Орлоҡ абағаларының ҡалдыҡтары ташкүмер ятыштары барлыҡҡа килтергән үҫемлек материалының мөһим өлөшөн тәшкил итә; уларҙың эҙҙәре барлығы б‑са палеозой һәм мезозой ултырмаларын айырыу тормошҡа ашырыла (мәҫ., ултырмаларҙа каллиптерис япраҡтарының эҙҙәре барлыҡҡа килеү б‑са пермдең аҫҡы сиге үткәрелә).
Әҙәб.: Еленевский А.Г., Соловьёва М.П., Тихомиров В.Н. Ботаника: систематика высших, или наземных, растений. М., 2001.
С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова