Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИРУДОТЕРАПИЯ

Просмотров: 1009

ГИРУДОТЕРАПИЯ (лат. hirudo — һөлөк һәм терапия), һөлөк менән дауалау, мед. һөлөктәрен файҙаланып дауалау. Һөлөктәрҙең шайыҡ биҙҙәре секретында ҡан ойоуын тотҡарлаған, иммун системаһын, ҡан һәм лимфа әйләнешен, матдәләр алмашыныуын активлаштырған, бактерицид һәм яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған биологик актив матдәләр (гирудин, гиалуронидаза, дестабилаза һ.б.) бар. Дауалау һөлөктө тәндең билдәле бер урынына һалып үткәрелә. Г. гипертония ауырыуын, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүен, бауырҙағы, үт ҡыуығындағы шешеү һәм тулышыу процестарын һ.б. дауалағанда тәҡдим ителә. Анемия, йөклөлөк булыу, гипотония ваҡытында, индивидуаль кисерә алмағанда, ҡан ойоуы түбән булғанда һ.б. файҙаланырға ярамай. Башҡортостанда Г. элек-электән халыҡ медицинаһында ҡулланылған. 20 б. 90‑сы йй. башынан Г. респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында файҙаланыла. Г. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү Медицина университетында (Л.А.Лепилина һ.б.), “Толпар” Респ. туберкулёзға ҡаршы балалар шифаханаһында (М.Ә.Саниев, Е.С.Саниева), 17‑се дауаханала (Р.М.Әмиров), Тире-венерология диспансерында (М.М.Хәйҙәров, Р.Л.Шафиҡова), Юлсылар тергеҙеү мед. һәм реабилитацияһы үҙәгендә (Н.Т.Хәйҙәрова; бөтәһе лә — Өфө)  алып барыла.

М.М.Хәйҙәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: