Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОМЕОПАТИЯ

Просмотров: 977

ГОМЕОПАТИЯ (гр. homoios — оҡшаш, бер төрлө һәм ...патия), дарыуҙың үтә аҙ миҡдары м‑н дауалау системаһы. “Оҡшаш оҡшаш менән дауалана” принцибына нигеҙләнә: ҙур миҡдарҙа теге йәки был ауырыу билдәләренә оҡшаш күренештәр тыуҙыра алған матдәләрҙең бик аҙ миҡдары ҡулланыла. Гомеопатик препараттар үҫемлек, хайуан һәм минераль сеймалдарҙан гранула, онтаҡ, тамсы, дауа майы, шәм һ.б. формаларҙа әҙерләп сығарыла. Г. организмдың һаҡланыу көстәрен әүҙемләштереүгә булышлыҡ итә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, нервылар һәм енес-бәүел системаһы ауырыуҙары ваҡытында, матдәләр алмашыныу боҙолғанда һ.б. осраҡта тәҡдим ителә. Шеш, операция талап иткән сир, киҫкен инфекцион ауырыу һ.б. булғанда ҡулланырға ярамай. 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан  Г. респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. Медицина университетында аллергик ринит (Л.А.Лепилина), терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары (А.А.Ахунов) һ.б. ваҡытында Г. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Л.А.Лепилина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: