Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРМОНДАР

Просмотров: 1214

ГОРМОНДАР (гр. hormao — ҡуҙғытам, хәрәкәткә килтерәм), органик тәбиғәтле биологик актив матдәләр. Кеше һәм хайуан Г. уларҙы эшләп сығарған эске секреция биҙҙәре (гипоталамус, гипофиз, бөйөр өҫтө, енес һ.б.), химик тәбиғәте (стероид, аҡһым-пептид, аминокислоталар, политуйындырылмаған май к‑талары сығарылмалары), функцияһы (анаболик, катаболик, ҡанда шәкәр кимәлен, һыу-электролит алмашыныуын көйләү һ.б.), гумораль тәьҫир итеү тибы (үҙ эндокрин, пара-, изо-, нейро-, аутокрин) б‑са классификациялана. Матдәләр алмашыныуына һәм пролиферация, үҫеү, дифференциация процестарына һәм организмдың төрлө күҙәнәктәре функцияһына йоғонто яһай; Г. тәьҫир итеү һайлаусанлығына “күҙәнәк-сәптәрҙә” генетик билдәләнгән аҡһым-рецепторҙар булыуы сәбәпсе. Гормональ регуляцияның боҙолоуы эндокрин ауырыуҙарғашәкәр диабетына, гипотиреозға (Г. етешмәгәндә), боғаҡҡа, акромегалия синдромына (Г. артыҡ булғанда) һ.б. килтерә. Г. хайуандарҙың эске секреция биҙҙәрен экстракциялау йәки фармацевтика пр‑тиеларында, ғилми-тикшеренеү учреждениеларында химик синтез юлы м‑н алына. Респ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында Г. терәк‑хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын, бронхиаль астманы һ.б. дауалағанда ҡулланыла (ҡара: Гормонотерапия). 20 б. 90‑сы йй. башынан Медицина университетында терминаль хәл, стресс барлыҡҡа килеүҙә — адреналиндың (Л.Т.Иҙрисова, Д.Ә.Йәнекәев, С.Ә.Йәнекәева һ.б.), нейрохирургик ауырыуҙарҙы операцияға әҙерләүҙә — кортизондың (Р.Ә.Вәлишин, Ә.Ф.Ҡурамшин, Ш.М.Сафин һ.б.), виталь функциялар боҙолғанда — преднизолондың (Ә.Б.Бәкеров, М.М.Фазлыев, Р.Р.Фәрхетдинов һ.б.), ш. уҡ шәкәр диабетын дауалағанда — инсулин (Г.Ғ.Байбурина, Д.Р.Ваһапова, Т.В.Моругова һ.б.), боғаҡ ауырыуы булғанда тиреоид Г. (М.Ш.Кашаев, И.Ф.Мөхәмәтйәнов, С.В.Фёдоров, Ә.А.Хәмитов) ҡулланыуҙың әһәмиәте өйрәнелә. Аграр университетта хайуандар ҡанында тиреоид Г. миҡдары (сусҡа балалары рационында төрлө күләмдә йод, тиоцианат, перхлорат һ.б. булғанда), хайуандар үрсемлелегенең ҡалҡан биҙе активлығына бәйлелеге (С.Н.Әүхәтова һ.б.) тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: “Иммунопрепарат”, Фитогормондар.

Ф.Х.Камилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: