Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ

Просмотров: 1098

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ, мотор яғыулығының бер төрө; ҡаты яғыулыҡтарҙың термохимик тарҡалыуы йәки газификацияһы м‑н алынған һәм эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатышмалары. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (күбеһенсә һоро күмер, янар һәүерташ, һирәгерәк таш күмер, торф) 3 стадиялы каталитик деструктив гидрогенлау 380—500°С т‑рала һәм водородтың 10—70 МПа баҫымында үткәрелә; был осраҡта күмерҙең органик массаларының яҡынса 50%‑ы химик составы б‑са тура ҡыуылған нефткә яҡын булған бензинға әйләнә; ш. уҡ дизель яғыулығы һәм мазут барлыҡҡа килә. Синтез‑газ (водород һәм углерод оксиды ҡатышмаһы) алыу өсөн ҡаты яғыулыҡтарҙың (һоро күмер, ярым кокс, антрацит, кокс һ.б.) парлы‑кислородлы газификацияһы 800—1300°С т‑рала газогенераторҙарҙа үткәрелә, ул газды 220— 320°С т‑рала һәм 1,5—2,5 МПа баҫымда каталитик эшкәртеү арҡаһында н‑алкандар һәм алкендар ҡатышмаһы, ш. уҡ күпмелер кимәлдә кислородлы берләшмәләр барлыҡҡа килә. Газификациялап С.ш.я. етештереү өсөн сеймал сифатында нефттең ауыр ҡалдыҡтары (гудрон, крекинг‑ҡалдыҡ һ.б.) йәки тәбиғи углеводород газдар ҡулланылырға мөмкин. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Бабай ятҡылығындағы (ҡара: Һоро күмер ятҡылыҡтары) һоро күмерҙе, ш. уҡ Ишембай НЭЗ‑ының (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) һәм Өфө нефть эшкәртеү заводының крекинг‑ҡалдыҡтарын юғары т‑рала парлы‑һауалы газификациялап С.ш.я. етештереү б‑са завод төҙөлә. Башҡортостанда эре нефть ятҡылыҡтары асылыуға бәйле С.ш.я. алыу өсөн ҡулланылған ҡорамалдар нефтехимия продукттары һәм нефть сеймалы нигеҙендә реактив яғыулыҡтар етештереү өсөн ҡулайлаштырыла.

В.А.Потеряхин, С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: