Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗОГЕНЕРАТОР

Просмотров: 1183

ГАЗОГЕНЕРАТОР (газ һәм лат. generator — етештереүсе), термик ысул м‑н шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге яғыулыҡтарҙы һауа, ирекле йәки ҡатнашмалы кислород (һыу парҙары, углекислый газ һ.б.) булғанда янар газға әйләндереү аппараты. Эске стеналары утҡа сыҙамлы материал м‑н ҡапланған шахтанан ғибәрәт; яғыулыҡ ҡатламы колосник рәшәткә ярҙамында тотоп торола, аҫтан өрҙөрөү башҡарыла. Генератор газдарының составы кислород өрҙөрөү рәүешенә ҡарап үҙгәрә. Г. сәнәғәт мейестәре, эске яныулы стационар газ двигателдәрен эшләтеү өсөн, химик сәнәғәттә шыйыҡ яғыулыҡ, синтетик аммиак, водород һ.б. етештергәндә ҡулланылған. Башҡортостанда 1957 й. 18‑се комб‑ттың газ з‑дында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) таш  күмерҙән  газ  эшләп сығарыу  өсөн  Г. файҙаланыуға тапшырыла. Нефттең эйәрсен газдарын (ҡара: Углеводород газдар) киң файҙаланыу башланғас, 1958 й. генератор газын сығарыу туҡтатыла.

Ракета  Г., шыйыҡ яғыулыҡлы ракета двигателенең бер өлөшө. Төп элементтары — ҡатнаштырыу осо һәм корпус. Яғыулыҡтың яныуы йәки тарҡалыуы иҫәбенә турбиналы насос агрегаты турбиналары, электр генераторҙары күсергесе өсөн эш башҡарыусы есем булып торған һәм ракетаның яғыулыҡ бактарын өрҙөрөү өсөн хеҙмәт иткән газ эшләп сығара.

Авиация Г., схемаһында ике йәки өс вал булған газ турбиналы двигателдең бер өлөшө. Компрессорҙан, яныу камераһынан һәм газ турбинаһынан тора. Көс турбинаһы күсергесе һәм реактив тартыуҙы барлыҡҡа килтереү өсөн эш башҡарыусы есем булып торған газ эшләп сығара, двигателдең эш параметрҙарын күтәрә. Авиация двигателдәре  (Р13‑300, Р25‑300, Р95Ш һ.б.) өсөн  Г.  эшләү б‑са  фәнни  эштәр 20 б. 50‑се йй. алып “Мотор” ғилми-производство пр‑тиеһында алып барыла; авиация Г. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә сығарыла.

А.Я.Надыршин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: