Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛСЫЛЫҠ

Просмотров: 1852

МАЛСЫЛЫҠ, малс‑ҡ продукцияһын етештереү өсөн ауыл хужалығы малдарын үрсетеү м‑н шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағы. Халыҡты аҙыҡ‑түлек продукттары (һөт, ит, йомортҡа һ.б.), сеймал (тире, йөн һ.б.), екке мал (эш үгеҙҙәре, йылҡы һ.б.) һәм органик ашлама м‑н тәьмин итә. М. продукттары һәм ҡалдыҡтарынан мал аҙығы (ит‑һөйәк оно, айыртылған һөт һ.б.) һәм дарыуҙар (гормональ препараттар, дарыу сывороткалары һ.б.) алына. М. һыйырсылыҡ, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзә аҫраусылыҡ, ҡошсолоҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, йәнлекселек, ҡуянсылыҡ һ.б. инә. Тармаҡтың теоретик нигеҙе — зоотехния. Үҫемлекселек м‑н тығыҙ бәйле. 19 б. 2‑се ярт. тиклем башҡорттар башлыса йылҡы һәм һыйыр малы тота. Йылҡы хәрәкәт итеү сараһы, ит, һөт һ.б. алыу сығанағы була (ҡара: Башҡорт аты). 1870 й. Өфө губернаһында һыйыр малы 302,9 мең баш, йылҡы — 552,7 мең баш, йәки 82%‑ҡа артығыраҡ иҫәпләнә. 19 б. 70‑се йй. алып һыйыр малы арта башлай һәм 1900 й. 782 мең баш тәшкил итә. Һыйыр малы чумаһы һәм башҡа ауырыуҙарҙың күпләп таралыуына бәйле 1888 й. губ. беренсе ветеринария участкалары асыла (ҡара: Ветеринария). 1915 й. Өфө губ. 100 йән башына 35,6 баш һыйыр малы тура килә. Мал башлыса тоҡомһоҙ, продуктлылығы түбән була, һыйырҙарҙың тере ауырлығы уртаса 280 кг, уртаса йыллыҡ һауым 900 кг тәшкил итә. Граждандар һуғышы һәм 1921 й. ҡоролоҡ М. ҙур зыян килтерә. Яңы иҡтисади сәйәсәткә күсеү м‑н йылҡы һәм һыйыр малы һанын тергеҙеү б‑са саралар үткәрелә. 2 йылҡы з‑ды һәм 5 йылҡ‑ҡ ширҡәте ойошторола. 1924 й. респ. ауыл хужалығы малдарын бонитировкалау башлана. 1922—28 йй. эсендә йылҡы һаны 402,5 меңдән 842,6 мең башҡа тиклем, һыйыр малы 2,3 тапҡырға арта һәм 1482,8 мең баш тәшкил итә; малдың башҡа төрҙәре яйыраҡ тергеҙелә. 1928 й. сусҡа һаны 1916 й. кимәленә ҡарағанда 66,5% тәшкил итә, һарыҡтарҙың революцияға тиклемге кимәленә 1929 й. өлгәшелә. 1928 й. аҙағына 1925 й. м‑н сағыштырғанда М. тулайым продукцияһы күләме 12,4%‑ҡа, тауар продукцияһыныҡы — 82,5%‑ҡа, ш. иҫ. һыйырсылыҡтың тауар продукцияһыныҡы — 76,3%‑ҡа, умартасылыҡтыҡы — 63,8%‑ҡа, ҡошсолоҡтоҡо 2,3 тапҡырға арта. 20‑се йй. аҙағында урындағы малды башҡа тоҡомдар м‑н ҡушыу б‑са тоҡомсолоҡ эше башлана (ҡара: Бестужев тоҡомо, симменталь тоҡом). 1928 й. респ. башҡа өлкәләрҙән 250‑гә яҡын тоҡом үгеҙе индерелә, тоҡом үрсеткестәре ойошторола. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу барышында респ. колхоздарында 1931 й. 14711 һыйыр малы, ш. иҫ. 8150 һыйыр, булған 97 малс‑ҡ фермаһы асыла. 1932 й фермаларҙың һаны 905‑кә етә (95,6 мең баш мал). 1929—32 йй. эсендә к‑здарҙа һыйыр малы 2,7 тапҡырға (ш. иҫ. һыйыр — 75%‑ҡа), һарыҡ һәм кәзә — 78%‑ҡа, сусҡа 6,6 тапҡырға арта. 1932 й. респ. М. тулайым продукцияһында к‑здарҙың өлөшө 19,9% тәшкил итә. Шулай уҡ махсус малс‑ҡ совхоздары М. үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә була. 1930—31 йй. Башҡортостанда Алағуз, Дим, Инәк, Көйөргәҙе, Һәүәнәк, Тамъян‑Ҡатай һәм Таналыҡ ит с‑здары, 3 сусҡ‑ҡ, 2 йылҡ‑ҡ, 1 һарыҡс‑ҡ с‑зы һ.б. ойошторола. 1932 й. 44, ш. иҫ. ит‑һөт б‑са махсуслашҡан 15, с‑з иҫәпләнә. 1931—32 йй. һыйыр малы 2,3 тапҡырға, һарыҡ һәм кәзә — 2,5 тапҡырға, сусҡа — 1,8 тапҡырға, М. тулайым продукцияһы 7 тапҡырға арта һәм уның сағыштырма өлөшө республикала М. продукцияһының дөйөм күләменең 23,7%‑ын тәшкил итә. Бер үк ваҡытта респ. урындағы малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртыу б‑са эш дауам итә. 1932—35 йй. респ. к‑здары тарафынан Бестужев тоҡомло 1458 үгеҙ һәм 200 башмаҡ һатып алына, 1936—40 йй. — 3667 һәм 2104 баш мал. Респ. хужалыҡтарында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу ҡулланыла башлай, М. мал аҙығы базаһын нығытыу б‑са саралар үткәрелә (ҡара: Мал аҙығы етештереү). М. үҫеше уның тауарлығының үҫеүе м‑н бергә бара, 1940 й. респ. к‑здары һәм с‑здарының ит продукцияһы тауарлығы (дәүләт әҙерләүе б‑са) 63%, һөттөкө — 67% тәшкил итә. 1936 й. Башҡортостан хужалыҡтарының барлыҡ категорияларында тере ауырлыҡта 20,9 мең т ит һәм 98,9 мең т һөт әҙерләнә, 1940 й. — 31,1 мең т һәм 123,3 мең т ит һәм һөт. 1940 й. ҡарата ҙур йәмәғәт М. булдырыла, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армияны һәм халыҡты аҙыҡ‑түлек м‑н тәьмин итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай. Һуғыш йылдарында һыйыр малы байтаҡҡа кәмей (1944 й. һыйыр малы — 16,2%‑ҡа, һарыҡ һәм кәзә — 19,3%‑ҡа, сусҡа — 17,1%‑ҡа). 40‑сы йй. аҙ. респ. һыйыр малы арта, һуғышҡа тиклемге кимәлдән 1,4 тапҡырға күбәйә. Ит (1940 й. 125,2 мең т, 1950 й. 134,0 мең т тәшкил итә) һәм һөт (453,0 мең т һәм 599,0 мең т) етештереү арта. М. продукттарын етештереү һәм әҙерләү үҫеше ярайһы кимәлдә ауыл хужалығы малдарының продуктлылығы артыуы м‑н бәйле. 60‑сы йй. респ. к‑здары һәм с‑здарында М. үҫешендә сәнәғәт технологияларын индереү (ҡара: Ауыл хужалығын механизациялау), хужалыҡтарҙың матди‑техник һәм мал аҙығы базаларын нығытыу м‑н бәйле булған яңы этап башлана. 60— 70‑сы йй. респ. 100 малс‑ҡ комплексы һәм 11 ҡошсолоҡ ф‑каһы эшләй, 300‑ҙән ашыу ферма яңыртып ҡорола. Ҡатнаш мал аҙығы, аҡһым‑витаминлы мал аҙығы өҫтәмәләре һ.б. етештереү б‑са ҙур пр‑тиелар булдырыла (ҡара: Он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте). А.х. малдарының продуктлылығын арттырыу, тоҡомсолоҡ эшен һәм көтөү яңыртыуҙы камиллаштырыу б‑са саралар үткәрелә. 1964 й. алып шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан башҡа барлыҡ категория хужалыҡтарында тоҡомло һыйыр малы яҡынса 95% тәшкил итә (1945 й. тоҡомлолоҡ 27% була). 1960—90 йй. эсендә хужалыҡтарҙың барлыҡ категорияларында һыйыр малы 2,5 тапҡырға (ш. иҫ. һыйыр — 2 тапҡырға), сусҡа — 3,9 тапҡырға, һарыҡ һәм кәзә 33%‑ҡа арта. Ит етештереү күләме 4,4 тапҡырға, һөттөкө — 3,2, йомортҡаныҡы 4,5 тапҡырға күбәйә. 1990 й. халыҡтың йән башына ит етештереү 82 кг, һөт — 486 кг, йомортҡа 290 дана тәшкил итә, был туҡланыуҙың тәҡдим ителгән нормаларына тура килә. Баҙар иҡтисадына күсеүгә бәйле хужалыҡ итеүҙең яңы формалары барлыҡҡа килә: крәҫтиән хужалыҡтары ассоциациялары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, АХПК, ширҡәттәр һ.б. ойошторола, халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары үҫеш ала. Ләкин күсмә осорҙоң ауырлыҡтары респ. а.х. малдарының һаны кәмеүенә килтерә. 1991 й. алып 2011 й. тиклемге осорҙа хужалыҡтарҙың барлыҡ категорияларында һыйыр малы 47%‑ҡа, сусҡа — 3,6 тапҡырға, һарыҡ һәм кәзә — 2,9 тапҡырға һәм йылҡы 36%‑ҡа кәмей (ҡара: 1‑се табл.). Мал башы а.х. пр‑тиеларында ныҡ ҡыҫҡара: һыйыр малы — 2,8 тапҡырға, сусҡа — 4,2, һарыҡ һәм кәзә — 20 һәм йылҡы — 3,0 тапҡырға. М. тулайым продукцияһында халыҡ хужалыҡтарының өлөшө 44‑тән 60%‑ҡа тиклем, ш. иҫ. ит етештереүҙә 68%‑ҡа тиклем үҫә. 2011 й. ит етештереү 2000 й. м‑н сағыштырғанда хужалыҡтарҙың барлыҡ категорияларында — 7,6%‑ҡа, һөт 10%‑ҡа күбәйә (ҡара: 2‑се табл.). Был осорҙа а.х. пр‑тиеларында һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2142 кг алып 3470 кг тиклем (62%‑ҡа), йомортҡа һала торған тауыҡтың йомортҡа һала алыуы 260‑тан 310 данаға тиклем (20%‑ҡа) арта. 2011 й. халыҡтың йән башына ит етештереү – 69,1 кг, һөт — 416 кг, йомортҡа 288 дана тәшкил итә. М. үҫешенә һәм һөҙөмтәлелеген күтәреүгә БР һәм РФА Фәндәр академияһының ғилми учреждениелары, Аграр университет, Ауыл хужалығы институты һ.б. ҙур өлөш индерә.

Әҙәб.: Б а й к о в А.М. Развитие скотоводства в Башкирии. Уфа, 1967. Р.С.Ғиззәтуллин, М.С.Ғөбәйҙуллин Тәрж. Г.А.Миһранова

 Р.С.Ғиззәтуллин, М.С.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Башҡортостанда ауыл хужалығы малдарының төп төрҙәренең иҫәбе, мең баш

Күрһәткестәр

1941

1966

1981

1991

1995

2000

2005

2011

Һыйыр малы, бөтәһе,

924,8

1747,9

2326,1

2392,9

2203,3

1686,9

1644,8

1268,6

ш. иҫ. һыйырҙар

473,0

734,8

828,2

828,4

875,6

731,1

648,8

500,7

Сусҡалар

209,9

963,0

1101,6

1133,6

797,2

562,5

503,1

309,5

Һарыҡ һәм кәзәләр

2229,9

2665,7

2890,0

2298,3

1222,5

688,6

778,1

787,1

Йылҡы

524,0

203,9

179,9

192,8

190,6

149,1

147,5

123,4

Ҡош‑ҡорт

10192,0

14700,0

16214,5

14970,0

13529,8

12997,0

10370,2

 

Башҡортостанда малсылыҡтың төп продукттарын етештереү

Күрһәткестәр

1991

1995

2000

2005

2011

Тере ауырлыҡта мал һәм ҡош‑ҡорт ите, мең т

523,0

452,4

354,7

381,6

378,9

Һөт, мең т

1897,1

1708,5

1539,3

2083,4

1695,0

Йомортҡа, млн дана

1157,6

1197,6

1178,6

1270,5

1172,8

Бал, т

8104

6706

8429

10794,1

5303,7

Йөн, т

5703,0

2802,0

1214,0

1888,0

2212,9

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: