Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАНИТ

Просмотров: 1210

ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б., ҡара төҫ хас булған минералы буйынса биотитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла. Структураһы тулы кристаллы, текстураһы массив. Төҫө һоро, аҡ, алһыу. Г. менән төҫлө, һирәк металдар, слюдалар, радиоактив элементтар һ.б. ятҡылыҡтары бәйле. Ҡырсынташ, блоклы таштар, йөҙләү материалдары етештереүҙә, скульптурала ҡулланыла. БР‑ҙа Г. Башҡорт мегантиклинорийында (Рябиновка, Әхмәр массивтары), Уралтау зонаһында (Баранғол, Маҙар) һәм Магнитогорск мегасинклинорийында (Ахун, Мансур) таралған. Учалы районындағы Мансур Г. ятҡылығын Мансур төҙөлөш материалдары комбинаты файҙалана.

  Әҙәб.: З а в а р и ц к и й А.Н. Изверженные горные породы. М., 1955.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022