Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАБАЗ

Просмотров: 1160

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән, япмалар, силдар, дайкалар рәүешендә ята. Юл төҙөлөшөндә ҡулланыла. Башҡортостанда Магнитогорск мегасинклинорийында — япмалар һәм дайкалар рәүешендә палеозойҙың ултырма‑вулканоген ҡатламдарында, Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә рифей йәшендәге дайкаларҙа һәм силдарҙа таралған.

Әҙәб.: Заварицкий A.Н. Изверженные горные породы. М.; Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022