Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖУХИН Виктор Александрович

Просмотров: 865

ЖУХИН Виктор Александрович (13.2.1902, Тула губ. Узловая ҡсб. — 1.4.1965,  Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1942). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Төньяҡ Кавказ ун‑тын тамамлаған (Дондағы Ростов ҡ., 1929). 1933 й. алып Төрөкмән мед. ин‑тында (Ашхабад; 1938 й. башлап патологик анатомия һәм гистология каф. мөдире). 1940—65 йй. БДМИ‑ның патологик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта бүлек етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге сепсис арҡаһында ҡатмарлашҡан пуля яралары, бруцеллёз булғанда кешенең туҡымалары һәм ағзаларындағы патоморфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүгә бәйле. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н патологоанатомдары һәм суд медиктары ғилми йәмғиәте рәйесе (1954—65). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1954). БДМУ‑ның патологик анатомия каф. Ж. исеме бирелгән (2004).

Хеҙм.: Некоторые вопросы гигиены и профессиональной патологии. Уфа, 1965 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: