ДОБРОРЕЗ Александр Павлович
ДОБРОРЕЗ Александр Павлович (23.8.1922, Ҡытай, Ҡытай-Көнс. т. юлының Шуанченпу ст. – 8.5.2000, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1964), проф. (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.П.Доброрездың ҡустыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) 1998 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1965 й. алып — механика‑технология ф‑ты, 1977 й. — беренсе авиация‑технология ф-ты деканы, 1982—84 йй. металл ҡырҡыу һәм ҡырҡҡыс инструменттар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге металл ҡырҡыу теорияһы м-н бәйле. Д. ҡырҡҡыс инструменттарҙың ашалыуы һәм ауыр эшкәртелеүсе, ш. иҫ. утҡа сыҙамлы ҡоростарҙы һәм иретмәләрҙе таҙа һәм йоҡа итеп үткерләгәндә уларҙың өҫкө йөҙ ҡатламының сифатын тикшерә. Уйлап табыуҙары БР-ҙың авиация һәм машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Ленин орд. (1982), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м-н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Разработка основ оптимального резания металлов. Уфа, 1971 (авторҙ).
Р.Р.Латипов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов