Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы

Просмотров: 1524

ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы (25.6.1937, ТАССР- ҙың Симәк а. — 4.2. 2008, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. БР ФА-ның почётлы акад. (1995), техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). РФ-тың (1993) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. химигы. Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Стәрлетамаҡта “Авангард” федераль ҡаҙна пр‑тиеһында эшләй (1988 й. алып ген. дир. урынбаҫары). Фәнни-производство эшмәкәрлеге полимерҙар, ҡаты ракета яғыулығы технологияларын, газ ташландыҡтарын азот һәм көкөрт оксидтарынан комплекслы таҙартыу ысулдарын эшләүгә арналған. Ғ. етәкс. иҫкергән баллистит дарылар нигеҙендә сәнәғәттә ҡулланылыусы яңы шартлатҡыс матдәләр алыу рецептуралары, ш. иҫ. һығылмалы кумулятив зарядтар, ҡатламдарҙың газ һәм нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн дарылы термогазогенераторҙар технологиялары уйлап табыла һәм производствоға индерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 44 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1991).

Х е ҙ м.: Комплексное решение проблемы очистки кислотных газовых выбросов //Башкирский химический журнал. 1997. Т.4. Вып. 2 (авторҙ.); Конверсия порохового производства: первые итоги и перспективы //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1998. Т.3. №2; Заряд для гидроразрыва пласта ЗГРП 01-1 //Каротажник. 2001. №94 (авторҙ.). Әҙәб.: 60 лет почетному академику АН РБ Газизову Флюсу Мирзасалиховичу //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1997. Т.2. №2; Ш и к В.Н. Флюс Мирзасалихович Газизов — первый доктор наук на заводе “Авангард” //Из истории отечественной пороховой промышленности. М., 2003.

Н.П.Иванова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0