ҒӘЛИМОВ Жәмил Фәйзулла улы
ҒӘЛИМОВ Жәмил Фәйзулла улы [5.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 22.4.2021, Өфө ҡ.], технолог. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958) 2014 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефтте крекингылау процестарын интенсивлаштырыуҙы өйрәнеүгә, нефть эшкәртеү процестары газдарын олигомерлаштырыу, крекинг катализаторҙарын синтезлауҙың яңы технологияларын эшләүгә бәйле. Ғ. тарафынан технологик ҡорамалдарҙы парафинлы һәм асфальтлы-ыҫмалалы ултырмаларҙан һаҡлау композициялары уйлап табылған, улар БР һәм ТР‑ҙың нефть-газ сығарыу предприятиеларында индерелгән; Өфө, Яңы Куйбышев НЭЗ‑дарында крекинг катализаторҙарын синтезлау технологиялары һәм Пермь НЭЗ‑ында каталитик риформинг режимы камиллаштырылған.
Хеҙм.: Методы анализа катализаторов нефтепереработки. М., 1973 (авторҙ.); Силикофосфатные катализаторы олигомеризации нефтезаводских газов: синтез, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.); Химия природных энергоносителей: (в лекциях и вопросах). Уфа, 2007.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов