Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАЛИЗАТОРҘАР

Просмотров: 1465

КАТАЛИЗАТОРҘАР, химик реакцияның тиҙлеген үҙгәртә алған һәм һуңғы продукттар составына инмәгән матдәләр. Тәьҫир итеү механизмы б‑са — кислота‑нигеҙле һәм окисланыу‑ҡайтарылыу, фаза торошо б‑са гомоген һәм гетероген К. айыралар. Каталитик активлыҡ (реакция тиҙлегенең күләм йәки масса берәмегенә сағыштырмаһы), селективлыҡ (алынған продукттың тупланыу тиҙлегенең баштағы матдәнең бөтә әүерелештәре тиҙлектәре суммаһына сағыштырмаһы), каталитик ағыуҙарҙың (К. активлығын кәметә торған матдәләр) тәьҫиренә тотороҡло булыуы, юғары т‑раға сыҙамлылыҡ м‑н характерлана. Промоторҙар (активаторҙар) — аҙ миҡдарҙа өҫтәп К. активлығын һәм селективлығын көсәйтә торған матдәләр — сәнәғәт К. (ҡара: Сәнәғәт катализы) компоненттары булып тора. Химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте продукцияһының күпселек өлөшөн (90%) гетероген К. ярҙамында алалар. Цеолитлы алюмосиликат К. каталитик крекинг процестары бара. Алюмин-кобальт һәм алюмин‑никель‑молибден К. ҡатнашлығында водород ҡулланып нефть фракцияларының сифаты яҡшыртыла (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу). Юғары октанлы яғыулыҡтар һәм ароматик углеводородтар алыу өсөн платина һәм платина‑рений К. бензин фракцияларына каталитик риформинг үткәрелә. Вольфрам, никель сульфидтары һәм алюмин оксиды ингән К. ярҙамында ароматик углеводородтарҙы гидрирлау юлы м‑н юғары калориялы авиация яғыулығы етештерәләр. Составына никель ингән К. ярҙамында тәбиғи газдан — техник водород, тимерле К. булғанда — аммиак алына, ванадий‑силикат К. м‑н көкөрт диоксиды көкөртлө ангидридҡа тиклем окисландырыла. Көмөшлө К. ярҙамында этилен окисы сығарыла, алюмин‑хром һәм тимер‑калий К. булғанда синтетик каучуктар алыу өсөн мономерҙар (стирол, изопрен һәм бутадиен) синтезлана һ.б. Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә К. киң ҡулланыла (сәнәғәт газдарын көкөртлө органик ҡатышмаларҙан таҙартыу, автомобиль транспорты газдарын тулыһынса яндырыу). 1938 й. Өфө нефть эшкәртеү заводында полимерлаштырыу (фосфорлы К.) һәм гидрирлау К. (никель‑силикат К.) сығарыу ойошторола. 1968 й. май к‑таларының бутил эфирҙарын гидрирлау өсөн ГИПХ‑105 маркалы К. етештереү башлана (продукция Салауат нефтехимия һәм Дзержинск химия комб‑ттарына оҙатылған). 70‑се йй. крекинг өсөн алюмосиликат К. етештереү ҡоролмаһы индерелә (йылына 10 мең т). 1972 й. ВНИИнефтехим‑103 маркалы баҡыр‑хром К. сығарыу ойошторола (ҡеүәте — йылына 600 т). 1950 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпромнефтехим Салават”) катализатор ф‑каһы төҙөлә башлай. 1951 й. — ситтән килтерелгән натрий силикаты (силикат-глыба), 1958 й. алып урындағы сеймал нигеҙендә силикагель сығарыу үҙләштерелә; 1958 й. башлап алюмосиликат К., ш. уҡ Өфө синтетик спирт з‑ды (ҡара: “Уфаоргсинтез”) өсөн фосфор к‑талы К. етештереү башлана. 1960 й. “Каучук” ПБ‑нда бутилендарҙы бутадиенға дегидрирлау өсөн К‑12, К‑5, К‑16 маркалы К. етештерелә башлай. Изоамилендарҙы изопренға дегидрирлау өсөн 1967 й. КНФ маркалы (илдә тәүгеләрҙән), 1979 й. — ИМ‑2206 маркалы, 1986 й. — К‑28 маркалы, 1990 й. — К‑24И маркалы тимеркалийлы К.; ш. уҡ 1995 й. “кизельгурҙағы никель” К. сығарыу үҙләштерелә. 1989 й. Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы төҙөлә башлай, унда углекислый газдан, ш. уҡ көкөртлө водород һәм меркаптандарҙан тулыһынса киптереү һәм тейешенсә таҙартыу өсөн цеолит адсорбенттары сығарыла. Респ. комплекслы берләшмәләр м‑н катализ киң ҡулланыла. Алюмин хлоридтары һәм алкилхлоридтары комплекстарында — изобутилен полимерҙары, Циглер—Натт К. ҡатнашлығында изопрен полимерҙары һәм этилен‑пропилен каучуктары синтезлана. К. әҙерләүҙең фәнни нигеҙҙәрен һәм әҙерләү технологияларын тикшереү 60‑сы йй. — 90‑сы йй. башында НИИнефтехимда алып барыла, 90‑сы йй. башынан Нефтехимия һәм катализ институтында дауам ителә. Майҙар һ.б. туйындырылмаған органик берләшмәләрҙе гидрирлау өсөн СССР‑ҙа беренсе тапҡыр онтаҡ хәлендәге пассивлаштырылған никель‑силикат К. етештереү ойошторола; яңы технологияһы уйлап табыла. Баҡыр һәм барий карбонаттарының аммиак комплекстарын файҙаланып, онтаҡ хәлендәге баҡыр-хром‑барий К. етештереүҙең ҡалдыҡһыҙ технологияһы уйлап табыла (Волгодонск химия з‑дында индерелә). Дуролды пар фазаһында окислауҙың ванадий‑алюмин һәм ванадий‑титан ингән, юғары тотороҡло оксид К. (селективлығы 64—67% мол.) уйлап табыла, улар 80—90‑сы йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында илдәге берҙән‑бер ҡоролмала (ҡара: “Уфа-нефтехим”) пиромеллит диангидридын алыу өсөн файҙаланыла. Этиленды винилхлоридҡа окисландырып хлорлау процесының микросферик К. әҙерләүҙең илдәге технологияһы уйлап табыла, ул төп эксплуатация характеристикалары б‑са иң яҡшы сит ил аналогтарынан ҡалышмай. Бәйләүес матдәләре булмаған, гранула рәүешендә NaA һәм КА цеолит адсорбенттарын эҙерләү технологиялары эшләнгән, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда индерелгән. 60‑сы йй. башында БДУ‑ла “Катализаторҙар етештереү технологияһы” курсы уҡытылған.

Әҙәб.: Боресков Г.К. Гетерогенный катализ. М., 1986; Лич Б. Катализ в промышленности: в 2 т. М., 1986; Крылов О.В. Гетерогенный катализ. М., 2004.

Н.Х.Вәлитов, Б.И.Кутепов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019