Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Хәмит Нурислам улы

Просмотров: 1206

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Хәмит Нурислам улы (10.2.1932, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Суйынсы‑Супан утары), иҡтисадсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), иҡт. ф. д‑ры (1977), проф. (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) СССР ФА‑ның Урал фәнни үҙәгендә эшләй: Матем. һәм механика ин‑тында, 1979 й. алып Иҡтисад ин‑тында (икеһе лә — Свердловск ҡ.) бүлек мөдире. 1985 й. башлап Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1987 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары һәм 1985 й. башлап БДУ‑ның производствоға идара итеү каф. мөдире. 1992 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Иҡт. һәм социология ин‑ты дир., 1997 й. —  РФА советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре соц. иҡт. һәм етештереү процестарының математик моделен әҙерләүгә, фәнни-техник прогресс иҡтисадына арналған. Ғ. тарафынан баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында төбәктең иҡт. үҙаллылығы сиктәрен билдәләү моделе төҙөлә; төбәк иҡтисадындағы структур тайпылыштан ин‑ теграль эффектты иҫәпләү методикаһы эшләнә, ул БР иҡтисады миҫалында һынау үткән. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

 Х е ҙ м.: Становление свободной экономики в Башкирии. Екатеринбург, 1998; Структурные преобразования экономики (методология, системный анализ структурного сдвига экономики: модельные конструкции). Екатеринбург, 2000; Проблемы управления сложными социально- экономическими системами. М., 2005 (авторҙ.).

 

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: