ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы
ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (17.10.1936, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Ямаҙы а. — 22.12.2019), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1986). 1955 й. алып “Коспашуголь” тресында (Пермь крайы), 1957 й. — Урал вагондар эшләү заводында (Түбәнге Тагил ҡ.) эшләй. 1964—87 йй. “Краснохолмскнефть” НГДУ‑һында оператор. Идаралыҡта беренселәрҙән булып скважиналарҙы нефть промыслаһы ҡорамалдарына парафиндар һәм минераль тоҙҙар ултырыуын тотҡарлаған химик реагенттар менән эшкәртеү ысулын ҡуллана. Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1977), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме менән тыуған ауылында урам аталған.
Әҙәб.: Гиниятуллина А.М. // Герои труда. Уфа, 2011.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина