ГОЛУБЕВ Николай Сергеевич
ГОЛУБЕВ Николай Сергеевич (29.12.1902, С.‑Петербург — 23.6.1987, Белорет ҡ.), инженер-технолог. Ленсовет ис. Ленинград технология ин‑тын тамамлаған (1930). 1918 й. алып “Красный Октябрь”, 1928 й. — “Красный гвоздильщик” з‑дында (Ленинград ҡ.) эшләй. 1942 й. башлап Белорет ҡорос сым-канат з‑дында: цех, бүлек нач., 1945 й. алып баш инженер, 1953 й. — директор. 1958—69 йй. Белорет металлургия комб‑тының баш инженеры. Г. етәкс. з‑дта пружиналы һәм профилле таҫма цехы файҙаланыуға тапшырыла (1950), илдә тәүге тапҡыр электр ҡаршылығы ҙур булған ҡатнаш ҡоростарҙан һәм иретмәләрҙән микросымдар етештереү үҙләштерелә (1950); көпләнгән сым етештереү технологияһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә (1952); сәғәт пружиналары етештереү үҙләштерелә (1952); комб‑тта илдә тәүге металл корд һәм борт сымы эшләү цехы файҙаланыуға тапшырыла (1961). Сталин пр. лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1958, 1966).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина